Республика йәмәғәтселеге бөгөн билдәле ғалим һәм фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәт Сөләймәновты

Тулыраҡ: Республика йәмәғәтселеге бөгөн билдәле ғалим һәм фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәт Сөләймәновты

Республика йәмәғәтселеге бөгөн билдәле ғалим һәм фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәт Сөләймәновты һуңғы юлға оҙатты. Ул 78-се йәшендә арабыҙҙан китте.

Әхмәт Сөләймәнов 1939- сы йылда Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған. Ул фольклорсы-ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Рәсәй гуманитар фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. 2002-2006-сы йылдарҙа ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башғарма комитеты рәйесе булып эшләне. Әхмәт Сөләймәнов 18 томлыҡ “Башҡорт халыҡ ижады” баҫмаһын әҙерләүҙә һәм нәшер итеүҙә әүҙем ҡатнашты.