Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә Өфөлә Газель автомобиле шартлаған. Ваҡиға Тимер юл вокзалы янында теркәлә.
Асыҡланыуынса, транспорт юл эшселәренеке булған, улар ремонт башҡарып йөрөгән ваҡытта машинала ут сыға һәм шартлау яңғырай, янғын һүндереүселәр 4 минут эсендә ваҡиға урынына килеп етә, әммә был ваҡытҡа автомобиль тулыһынса тиерлек янып өлгөрә. Зыян күреүселәр һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ.