Эшҡыуарҙарҙы ниндәй проблемалар борсой

Тулыраҡ: Эшҡыуарҙарҙы ниндәй проблемалар борсой

Эшҡыуарҙарҙы ниндәй проблемалар борсой. Бөгөн Башҡортостан прокуроры Андрей Назаров бизнес вәкилдәрен ҡабул итте. Унда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләһе ҡаралды.

Башҡортостан прокурорына Өфө ҡалаһынан һәм яҡын урынлашҡан райондарҙан эшҡыуарҙар мөрәжәғәт итте. Уларҙы күпселеген урындағы хакимиәттәрҙең эшләп еткермәүе, эшмәкәрлек алып барыуға аяҡ салыуҙары, хоҡуҡ һаҡлау органдарының енәйәт эше асыуҙа тейешле әүҙемлек күрһәтмәүе, мутлашыусыларҙың артыуы борсой.