Республиканың яңы перинаталь үҙәгендә тәүге сабый донъяға килде. Табиптар әйтеүенсә, әсә һәм сабый үҙҙәрен яҡшы тоя. 53 сантиметрлыҡ ҡыҙ баланың ауырлығы 4 кило 260 грамм. Бәхетле әсәне республика башлығы тәбрикләне. Тулыраҡ беҙҙең киләһе яҙмала.
Ләйсән Вәлинурова хәҙер инде өс ҡыҙ әсәһе. Өсөнсө сабыйы донъяға килеүе менән тәүгеләрҙән булып уны төбәк башлығы ҡотланы.
Был сабый яңы перинаталь үҙәктә тыуған тәүге бәпес. Тимәк, тап уның исеменән яңы ойошманың тарихы башлана.
Үҙәкте төҙөү республикала һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаһына ярашлы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм медицина страховкалау фонды ярҙамы менән алып барылды. Яңы бинала, элеккеһенән айырмалы, йөклөлөктө күҙәтеүҙән тыш, бала табыу бүлеге бар. Табиптар шулай уҡ ғилми тикшереүҙәр ҙә алып барасаҡ.
Был уникаль үҙәктең хаҡы – ике миллиард һум. Өҫтәлмә ҡоролмалар алыу өсөн республика ҡаҙнаһынан быйыл 400 миллион һум аҡса бүленгән. Ә заманса ҡорамалдарҙа эшләү өсөн табиптар федераль үҙәктәрҙә ике йыл дауамында белем алған. Әлеге мәлдә дауаханала 22 пациент дауалана. Ә тиҙҙән 130 ҡатын юғары медицина ярҙамы аласаҡ.