Шишмәләр йырлап һайлай! Шишмәләге Түбәнге Хәжәт ауылы халҡы Президент һайлауҙарында иҫтә ҡалырлыҡ итеп ҡатнаша. 3341-се тауыш биреү участкаһына Түбәнге Хәжәт халҡы милли кейемдәрҙә, гармун уйнап килгән. Ауылдан тауыш биреү өсөн 70-кә яҡын һайлаусы бергә юлланған. Уларҙы Игнатовка мәҙәниәт йортондағы участкаға алып барыу өсөн 1 автобус һәм 3 еңел машина бүленгән. 3341-се тауыш биреү участкаһына 5 ауылдан 545 һайлаусы беркетелгән. Дәүләт башлығын һайлауҙар тейешле тәртиптә, ҡанунға ярашлы алып барыла.
Шишмәләр йырлап тауыш бирә
3341-се тауыш биреү участкаһына Түбәнге Хәжәт халҡы милли кейемдәрҙә, гармун уйнап килгән.