Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, ил президентын һайлауҙа Владимир Путин Башҡортостанда 91 процент тауыш йыйған. Был 2018 йылғы һайлауға ҡарағанда 13 процентҡа күберәк. Халыҡтың 3,64 проценты КПРФ вәкиле Николай Харитонов, 2,61 проценты ЛДПР етәксеһе Леонид Слуцкий, 1,93 проценты «Яңы кешеләр»ҙән Владислав Даванковҡа тауыш биргән. Башҡортостанда һайлауҙарҙың нисек үтеүе тураһында хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова сюжеты.Рәсәй Президентын һайлау йомғаҡтары Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында үткән брифингта иғлан ителде. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ил президентын һайлауҙа Владимир Путин Башҡортостанда 91% тауыш йыйған. Был 2018 йылғы һайлауға ҡарағанда 13 процентҡа күберәк. Хәбәрсе. Ил президентын һайлау өс көн дауам итте. Был тәжрибә республика кимәлендә беренсегә ҡулланды. Һөҙөмтәһе лә үҙен көттөрмәне. Тауыш биреү өсөн исемлектәргә индерелгән һайлаусыларҙың 2 миллион 465 мең 830-ы үҙ гражданлыҡ бурысын үтәгән. Был дөйөм һайлаусыларҙың яҡынса 88 проценты. Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре белдереүенсә, ауыл халҡы һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәткән, әммә ҡалала йәшәүселәр ҙә һайлауҙарға яуаплы ҡараған, гражданлыҡ бурысын үтәргә тотош ғаиләләре менән килгән. Һайлауҙарҙың беренсе көнөндә үк республика халҡының 36 проценттан ашыуы гражданлыҡ бурысын үтәгән. Һайлау процессын тотҡарларға тырышҡан осраҡтар ҙә булған. Улар һайлау комиссияһы ағзалары тарафынан ваҡытында иҫкәртелгән. Һайлауҙар барышында Башҡортостанда 10 меңдән ашыу күҙәтеүсе ҡатнашты. Бынан тыш, республикаға халыҡ-ара күҙәтеүселәр ҙә килгәйне. Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре исеменән Ҡаҙағстан, Беларусь вәкилдәре, Австрия, Болгария, Гвадемала, Индонезия, Молдавия, Төркиә, Сербия, Шри-ланка. Бангладеш вәкилдәре һайлауҙар ойошторолоуын юғары баһаланы. Рәсәй президентын һайлауҙа Башҡортостан һайлау комиссияларының эшен төбәк етәксеһе лә юғары баһаланы.Радий Хәбиров республика халҡына оло рәхмәтен белдерҙе. Был сара илебеҙҙә берләшеүҙең сағылышы, тине төбәк етәксеһе.
Владимир Путин-беҙҙең президент
Владимир Путин-беҙҙең президент