“Рәхмәт” оҙайтыла

“Рәхмәт” оҙайтыла

Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһында ҡатнашыу өсөн билетты 20 мартҡа тиклем теркәргә мөмкин. Был хаҡта акцияны ойоштороусыларҙың береһе Римма Бикмурзина хәбәр итте. Әлеге ваҡытта республиканың һайлау участкаларында 3 миллион 500 меңдән ашыу QR-билет таратылған, сайтта 2 миллиондан ашыу билет теркәлгән. Суперприздар 22 мартта уйнатыла. «Рәхмәт» акцияһында Өфөлә фатир, ике «Нива» автомобиле, шулай уҡ төрлө юлламалар оторға мөмкин.