Рәсәй киләсәге – халыҡтың ҡулында. Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе. Төбәк башлығының был телмәре Президент һайлауҙарына бәйле. Тауыш биреүҙәр ыңғай һәм һөҙөмтәле үтһә лә, сәйәси кампания мәлендә законды боҙорға маташыуҙар теркәлгән. Һайлауҙарҙың уңышлы булыуы иҡтисадта, етештереүҙә лә сағылыш табырға тейеш. Башҡортостан алдында ошо йәһәттән ғәйәт ҙур бурыс ҡуйылған. Былтыр республикаға 620 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Рәсәй кимәлендә 16-сы, ә Волга буйы Федераль округында 3-сө баҫҡысҡа күтәрелгән. Яңы проекттарҙың береһе – Стәрлетамаҡты станоктар етештереү буйынса Рәсәй үҙәге итеү.Һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл хәрәкәте именлеге, янғындар – быларҙың барыһы ла көндәлек мәсьәләләр исемлегенән. Ә ултырышта ҡаралған төп һорауҙар, әлбиттә, күләмлерәк. Мәҫәлән – яҙғы ташҡынға әҙерлек. Башҡортостанда быйыл ҙур һыу көтөлә. Уның сәбәбе лә бар – уҙған ҡыштың ҡарлы булыуы. Быйыл республиканың көньяғында йәшәүселәргә айырым һаҡлыҡ кәрәк. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса идаралыҡ етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Анна Козаеваның фараздары ошоно раҫлай. Ҙур һыу Башҡортостандың тиҫтәләгән районы халҡына хәүеф менән янай. Ташҡын арҡаһында 80 меңдән ашыу кешенең зыян күреүе мөмкин. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Ирек Сәғитов әйтеүенсә, ташҡын мәлен күҙәтеү өсөн республика вертолеттан башлап, кәмәләргә тиклем ҡулланасаҡ. Яҙғы ташҡын коммуналь хужалыҡтар тармағы өсөн дә хәүефле. Мәҫәлән, республикала был стратегик өлкәлә ҡулланылған инфраструктура 54 процентҡа иҫкергән. Ҙур һыу ғына түгел, ә йыл дауамында авария булмаһын өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы инфраструктураны модернизациялау проектын булдырған. Министр Ирина Голованова әйтеүенсә, быйыл миллиардтарса һумлыҡ эштәр ҡаралған. Кәңәшмәнең хәҙер үҙ тәртибе бар. Башҡортостан өсөн иң әһәмиәтле мәсьәләләрҙе тикшереү менән бер рәттән республикала уңышлы эшләгән ҙур предприятиелар тураһында һөйләү. Мәҫәлән, Благовещендағы тимер бетон ҡоролмалар заводы. Күперҙәр етештергән был предприятиеның тауарҙары хәҙер Р 240 федераль трассаһын төҙөкләндереүҙә лә ҡулланыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта, Өфөлә төҙөлгән Көнсығыш үткәүеле был аҙнала файҙаланыуға тапшырыла. Әлегә хәл ителмәгән берҙән-бер һорау – юл хаҡы өсөн түләү.
Рәсәй киләсәге – халыҡтың ҡулында
Рәсәй киләсәге – халыҡтың ҡулында