Яҙғы ташҡынға етди әҙерлек

Яҙғы ташҡынға етди әҙерлек

Республикала боҙҙо шартлатыу, бысыу һәм ҡарайтыу эштәре башланды. Синоптиктар фаразы буйынса быйыл ташҡын күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ буласаҡ. Архангел районы Оҙондар ауылы халҡы яҙғы һыу күтәрелеүгә әҙерме, Сәлимә Исламова белеште.Инйәр буйында йәшәгән ауыл халҡына ташҡын йылда ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Вәзир ағай ғүмер буйы Оҙондар ауылында йәшәй. Ярайһы ғына ҡалҡыу урынға йорт һалған. Һыу әллә күпме күтәрелһә лә, килеп еткәне юҡ, ти хужа. Ә бына яҙ һайын Инйәр йылғаһы холҡон күрһәтә башлаһа һаҡтағылай, барлыҡ күршеләрен күҙәтеп тора.Оҙондар ауыл биләмәһендә 4 ауыл, шуларҙың 3-һенә ташҡын мәлендә ҡурҡыныс янай. Оҙондарҙа 23 йорт хәүеф зонаһында урынлашҡан. Архангел районы йылғаларға бай. Иң ҙурҙары Инйәр, Еҙем һәм Симдең бер өлөшө. Ошо йылғаларҙа боҙ тығыны ҡурҡыныс тыуҙырған 4 урын бар, ти, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса белгестәр. Иң хәүефле урын Оҙондар ауылындағы Инйәр буйы. Бында бер нисә йыл элек дамба ҡуйып йылғаның үҙәнен үҙгәрткән булғандар.Ташҡынға ҡаршы саралар бында март айында үткәрелә. Тәүгеһе боҙҙо ҡарайтыу. Бының өсөн ваҡ ҡырсынға ағастың көлөн ҡушалар һәм тәбиғи реагент әҙер. Ошо урында Инйәр йылғаһы 90 градусҡа һулаҡайға боролоп аҡып китә һәм боҙ тығындары килеп сыға. Бөҙ тиҙерәк иреһен өсөн ҡотҡарыусылар көл һибә. Ауыл мәктәбе утын менән йылытылғас ауылда көлдө эҙләйһе түгел, ти эшселәр. Боҙҙо ҡарҙан таҙартып бер нисә ыҙан һалалар һәм шул урынға көл һибелә. Тимәк, боҙҙоң был өлөшө иртәрәк әрселәсәк.Боҙ йыш ҡына күпер эргәһенәә тығыла. Унда ла шундай уҡ эштәр башҡарыла өҫтеүенә күпер эргәһендәге боҙ тиҙерәк әрселһен өсөн уны бысып сығалар, кәрәк икән шартлатыу ҡарала.Синоптиктар фаразы буйынса быйыл ташҡын күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ буласаҡ. Әлеге ваҡытта республиканың 8 районда боҙҙо ҡарайтыу үткәрелгән, 4 муниципалитетта боҙ ҡырҡыу эштәре атҡарылған. Боҙ бысыу һәм ҡарайтыу эштәре март аҙағында тамамланасаҡ.