Башҡортостанда “Иғтибар-балалар” акцияһы башланды

Башҡортостанда “Иғтибар-балалар” акцияһы башланды

7 апрелгә тиклем дауам иткән профилактик акция ваҡытында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләре үтәлешен тикшерәсәк.Үткән ике айҙа Башҡортостанда бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 35 авария теркәлгән. Бер бала һәләк булған, 36-һы тән йәрәхәттәре алған. Шуға ла юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы балалар ҡатнашлығындағы аварияларҙы мөмкин тиклем кәметеү маҡсатын ҡуя. Ошо маҡсатта мәктәптәрҙә уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән осрашыуҙар үткәреләсәк.