Бөгөн Башҡортостан автономияһы тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылған көн

Бөгөн Башҡортостан автономияһы тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылған көн.

105 йыл элек Рәсәй эшсе-крәҫтиәндәр хөкүмәте һәм Башҡортостан хөкүмәте араһында федерализмды тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән документ донъя күрә. Ул 1919 йылдың 23 мартында “Известия” газетаһында баҫылып сыға. Тап ошо дата БАССР ойошторолған көн тип йөрөтөлә.