«Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы Өфөлә уҙғарыла

«Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы Өфөлә уҙғарыла

Рәсәй президенты Владимир Путин Өфөлә «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумын уҙғарырға ҡушты.Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенә форумды ойоштороуҙы тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде. Башҡортостан хөкүмәтенә «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумына әҙерләнеүҙе һәм уны үткәреүҙе тәьмин итеү, шул иҫәптән республика бюджетынан ошо маҡсат өсөн сығымдарҙы финанслау буйынса саралар күрергә тәҡдим ителде. Халыҡ-ара спорт форумы Өфөлә быйыл сентябрь-октябрь айҙарында уҙғарыласаҡ.