Яңы парк, скверҙар асыла. Йорттар, биналар, тотошлай урамдар реконструкциялана. Быйыл һәм киләһе йылда Өфөнөң 26 мәҙәни мираҫ объектын төҙөкләндереү ҡаралған.Ремонт планын “Ҡала мөхите сәғәте”ндә тикшерҙеләр. Көн тәртибендә төбәктең ҡала-ауылдарындағы йәмәғәт урындарын реконструкциялау проекттары барланды. Йыл аҙағына тиклем Башҡортостан буйынса 123 майҙанды рәткә килтереү планлаштырыла. Кәңәшмәлә тағы ла Өфөнөң Урмансылар паркында заманса зоопарк асыу концепцияһы тикшерелде. Төбәк башлығы Радий Хәбиров проектты хуплап, ул ғаилә менән ял итеү өсөн дә уңайлы булырға тейеш, тип белдерҙе.
Баш ҡаланың 450 йыллығына әҙерлек эштәре дауам итә
Баш ҡаланың 450 йыллығына әҙерлек эштәре дауам итә