10 ай самаһы элек төҙөлгән төркөмдөң исеме — атаһы махсус хәрби операцияға китер алдынан тыуған сабый хөрмәтенә ҡушылған. Әлеге көндә атайҙары хеҙмәттә, ә әсәй кеше ҡулындағы бәләкәй ҡыҙы менән гуманитар ярҙам йыйыу ойоштора. Сәлимә Исламова теманы дауам итә. Бер айлыҡ ҡына сағынан Динә әсәһе менән бергә фронтҡа гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Атаһы махсус хәрби операцияға юлланғанда уға 3 ай ғына була. Хәҙер ҡыҙҙың исеме менән волонтерҙар төркөмө нарыҡланған. Алһыу Дәүләтованың ире подразделениела Башҡортостандан бер үҙе. Башта хәрбиҙәр төҙөлөш материалдары һорай. Аҙаҡ генератор, бысҡылар кәрәгә. Алһыу социаль селтәрҙәр аша тиҙ арала кәрәкле сумма йыйыуға өлгәшә. Хәрбиҙәр ғаиләһе булараҡ гуманитар ярҙам йыйыуҙа бөтәһе лә ҡатнаша. Ветерандар советы, ауыл халҡы, мәктәп балалары ла ситтә ҡалмай. Милана исемле бәләкәй ҡыҙҙың әсәһе менән килтергән күсәтәнәсе айырыуса тулҡынландырҙы, ти яугирҙең әсәһе. Алкин ҡасабаһынан хәрбиҙең апаһы Айгөл дә әүҙем ярҙам итә. Үҙенең тормош иптәше лә фронтта. Йәйгеһен генә иптәше хеҙмәт иткән ергә барып яҙылышып, мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереп ҡуйҡандар.Махсус хәрби операция һалдаттарына сит төбәктәрҙән дә ярҙам итергә теләүселәр мөрәжәғәт итә, ти Алһыу. Генератор, квадрокоптерҙарҙан тыш, һалдаттарға Булгаков ауылы ҡатындары өй йылыһын хәтерләткән күстәнәстәр ебәрә. Әлеге мәлдә ҡатындар Шишмә районы ветерандар советы менән бергә сираттағы гуманитар ярҙам ебәрергә йыйына. Яңауыл халҡы яҡташтарына аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк-яраҡтары һәм окоп шәмдәре әҙерләгән, балаларҙың открыткалары ла оҙатыласаҡ. Бәләкәй ҡыҙ килтергән шоколад һәм балалар төшөргән һүрәттәр хәрбиҙәр өсөн тыуған яҡтан килгән ярҙам араһында күпкә ҡиммәтерәк, ти Динә исемен йөрөткән волонтерҙар төркөмө ағзалар.
Булгаков ауылында «Динә» волонтерҙар төркөмө эшләп килә
Булгаков ауылында «Динә» волонтерҙар төркөмө эшләп килә