Өфө фән һәм технологиялар университетының «Киләсәк Моторҙары» инженер мәктәбе заманса электр двигателдәре һәм электр самолеттары эшләү өсөн миллиард һум субсидия алды. Күптән түгел бында яңы лаборатория асылды, уға сит ил ғалимы Мөхәммәт Нафиз Рахман етәкселек итә. Ғалимдарҙың өҫтөнлөклө эшләнмәләре тураһында киләһе сюжетта. «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженер мәктәбе, элек бәләкәй генә ойошма булһа, хәҙер ул тулайым бер система. Унда белем биреү етештереү менән тығыҙ бәйләнештә алып барыла. Өфө фән һәм технологиялар университеты нигеҙендәге мәктәп «Киләсәк моторҙары» глобаль фәнни-техник мәсәләне хәл итә. Ул Рәсәйҙең хәрби һәм граждандар авияцияһы өсөн юғары һөҙөмтәләре электр һәм гибрид көс ҡулайламалары, агрегаттар һәм уларҙың системаларын булдырыуға йүнәлтелгән. Федераль грант ярҙамында етештереү күләме тағы ла арта һәм заманса матди техник база ярҙамында мөмкинлектәр ҙә киңәйә.Мәктәптең матди базаһы һанлы программа менән идара ителгән биш күсәрле яңы станок менән тулыландырыла, ул сәнәғәт тармаҡтары өсөн ҡатмарлы деталдәр эшләргә мөмкинлек бирә.Мәктәптең электрон проектлау бүлеге ҡуйылған бурыстарҙы анализлауҙан алып тауарҙы заказсыға тиклем алып барыу, ғилми тикшеренеү эштәре, конструкторлыҡ документтарын эшләү менән шөғөлләнә.Студенттар кампусында «Киләсәк Моторҙары» инженер мәктәбенең яңы халыҡ-ара лабороторияһы ла эшләй. Уға Бангладештан Рәсәйгә күсеп килгән сит ил ғалимы, йәш белгес Мөхәммәт Нафиз Рахман етәкселек итә. Мәктәптә электромобильдар һәм пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн көс биреү станцияларын өйрәнеү һәм эшләү менән шөғөлләнгән лаборатория эшләй башланы. Инженерҙар мәктәбе үҙ алдына бик ҙур бурыстар ҡуя. Студенттар кампусын ойоштороу донъя кимәлендәге асыштар өсөн ҙур мөмкинлектәр асты. Бында эшләүселәр заман менән бергә атларға тырыша.
Киләсәк Моторҙары
Киләсәк Моторҙары