Өфөлә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы хирургтары простата шешенә ҡатмарлы операция яһаны. Дауахана Рәсәйҙә простата артерияларын дауалау буйынса икенсе урынды биләй. Тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева сюжетында. Простата артерияларына операция яһау менән Ҡыуатов исмемендәге республика клиник дауаханаһы хирургтары биш йылдан артыҡ шөғөлләнә. Табиптар әйтеүенсә, был сир менән күберәк оло йәштәгеләр яфалана.Урындағы анестезия ярҙамында үткәрелгән ысул сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә лайыҡлы алмаш, ти хирургтар. Әлеге ысулдың асылы - тамырҙарға ҡан ағымын ҡаплап торған бөртөксәләр индерелә, һөҙөмтәлә шеш күҙәнәктәренең туҡланыуы туҡтатыла һәм ҙурлығы кәмей.Рәсәйҙә простата артерияларын дауалау буйынса Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының рентгенохирургия ысулдары менән диагностикалау һәм дауалау бүлеге икенсе урынды биләй. Рәсәйҙә бындай ысул менән 65 үҙәктә операция яһайҙар..... Был манипуляциянан һуң пациент тиҙ генә аяҡҡа баҫа һәм ике-өс көн эсендә өйөнә ҡайтып китә ала.
Простата шешенә ҡатмарлы операция
Простата шешенә ҡатмарлы операция