Солоҡсолоҡ махсус статус алыуы ихтимал

Солоҡсолоҡ махсус статус алыуы ихтимал

Башҡортостандың традицион солоҡсолоғо мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы объекты статусын алыуы ихтимал. Был турала республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Элина Ғатауллина белдерҙе. ЮНЕСКО статусы башҡорт халҡының мәҙәниәтен популярлаштырырға һәм традицияларҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Ә республика умартасылары боронғо кәсепте уңышлы үҫтерә, оҫталығын йәштәргә өйрәтә һәм халыҡ-ара кимәлдә тәжрибә уртаҡлаша ала. Башҡортостан — Ер йөҙөндә солоҡ умартасылығы кәсеп булып һаҡланған берҙән-бер төбәк. Республика ғалимдары «Бөрйән солоҡ бал ҡорто» тоҡомона һәм һеркә составы буйынса башҡорт балының географик килеп сығышын билдәләү ысулына ике патент алды.