Мәләүездә микрозаймдар биреү офисына һөжүм итеүсе ҡулға алынды.
Ирҙең бүлмәгә килеп ингәнен һәм аҡса талап иткәнен видеокамералар төшөрөп алған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре бер ҡайҙа ла эшләмәгән ирҙе ҡулға алған. 4 мең 500 һум аҡса алғаны өсөн уға иректән мәхрүм ителеү янай.