Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй һәм Сүриә хеҙмәттәшлекте нығытырға һөйләшеп килеште. Рәсәй әле Сүриәгә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. БМО-ның гуманитар мәсьәләләр буйынса юғары комиссары вәкиле Йенс Лерке Сүриәләге хәлде хәрби енәйәт менән тиңләгән.

Венгрия Брюсселдең миграция сәйәсәте менән риза булмауын белдергән. Польша, Словакия һәм Чехия ла Европа берлеген мигранттарҙы үҙ илдәрен ҡайтара башларға саҡырған.

Японияла ер тетрәгән. Уның көсө Рихтер шкалаһы буйынса 7 лә 3 балға еткән. Атом электр станцияларын тикшереү башланған.

Ҡытайҙа юл-транспорт фажиғәһендә 56 машина бәрелешкән. 17 кеше һәләк булған, 37 кеше яраланған.

Японияла алтындан шыршы эшләгәндәр. Уның бейеклеге 2 метр ярым, ауырлығы 12 килограмм. Алтын шыршы 2 миллион долларға баһалана.