ТЭФИ-Төбәк 2016 финалистары өсөн баш ҡалабыҙ буйлап экскурсия ойошторолдо

Тулыраҡ: ТЭФИ-Төбәк 2016 финалистары өсөн баш ҡалабыҙ буйлап экскурсия ойошторолдо

ТЭФИ-Төбәк 2016 финалистары өсөн баш ҡалабыҙ буйлап экскурсия ойошторолдо. Уларҙың тәьҫораттары менән хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов танышты.

Ҡунаҡтар тәүҙә Республиканың милли музейы менән танышты. Ирәндек айыуы уларҙы таң ҡалдырҙы.

Артабан финалистар Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына юлланды. Унда улар башҡортостан рәссамдарҙың ижады менән танышты.

Ҡунаҡтар милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә лә туҡталды.

Ә бөгөн Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы етәксеһе урынбаҫары Рифат Сабитов һәм филиалдар директорҙары телеүҙәккә экскурсияға килде. Улар “Башҡортостан” телерадиокопанияһының эшмәкәрлеге һәм техник базаһы менән танышты. Ә “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуының бөгөнгө сығарылышында Ҡазандан килгән хеҙмәттәшебеҙ ҡунаҡта булды.

Дөйөм алғанда, башҡорт ере ҡунаҡтарға оҡшаны. Ул республикала йәшәгән күп милләтле халҡтың дуҫ һәм ихлас булыуҙарынан килә, ти Башҡортостандың матбуғат һәм киң элемтә саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.

Әлбиттә, “ТЭФИ-төбәк” 2016 конкурсының йомғаҡлау этабын үткәреү республика өсөн ҙур мәртәбә һәм тәжрибә.