Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының өс сәбәбен атаны

Тулыраҡ: Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының өс сәбәбен атаны

Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының өс сәбәбен атаны.

Динар Ғилметдинов әйтеүенсә, төп сәбәп — тиҙлекте арттырыу, икенсеһе — юлдың ҡаршы яҡ һыҙатына сығыу, өсөнсөлә — иҫерек килеш автомобиль менән идара итеү. Үткән 10 айҙа Башҡортостанда 3 мең 761 авария теркәлгән, 432 кеше һәләк булған һәм 4 мең 835-е төрлө йәрәхәттәр алған. Иҫерек водителдәр арҡаһындағы 359 аварияла 61 кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 493-ө йәрәхәтләнгән. Юлдарҙа 12 бала һәләк булған, 411-е йәрәхәттәр алған.