Уяулыҡты юғалтмаҫҡа!

Уяулыҡты юғалтмаҫҡа!

Ғәйепһеҙ ҡорбандар, тетрәндергес хәбәр һәм уңалмаҫ күңел яраһы менән тарихта ҡала үткән аҙна. 22 март Красногорск ҡалаһындағы Крокус-Сити Холл концерт залында аяуһыҙ террор ғәмәле ҡылынды. Ҡәбәхәттәр ҡоралһыҙ кешеләрҙе, ҡатын-ҡыҙ, балаларҙы автоматтан терәп атты, бинала бер-нисә шартлау яңғыраны, аҙаҡ көслө янғын сыҡты. Башҡортостан халҡы исеменән Республика Башлығы Мәскәү өлкәһендә һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ил берҙәмлегенә ҡул һуҙған енәйәтселәрҙең барыһы ла ҡаты язаһын аласаҡ, тине. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин дауам итә.Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә уҙған дүшәмбе кәңәшмәһе тәүге тапҡыр ғәҙәти тәртибен үҙгәртте. Республика менән идара итеү үҙәгендә Мәскәүҙә “Крокус Сити Холл” залында булған террор ғәмәле ҡорбандарын бер минутҡа тын ҡалыу менән иҫкә алдылар.Красногорскийҙағы фажиғә һәм уның шаңдауы Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенә генә ҡағылмай. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала махсус иҫкәртеү саралары күрелә. Ҡаршылыҡтарға, төрлө санкцияларға ҡарамаҫтан, республикала медицина тармағы үҫеш юлында. Уҙған йылда Башҡортостан райондарында тиҫтәләгән фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Диспансеризация өлкәһендә йөҙҙәрсә мең кешенең сәләмәтлеге тикшерелгән. Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуҡов әйтеүенсә, балалар сәләмәтлеген тәьмин итеү өсөн генә лә уҙған йыл 4 махсуслаштырылған үҙәк эш башлаған. Һаулыҡ һаҡлау тармағында Өфөнән тыш икенсе ҡала-райондарҙа эштәр көйлө бара. Баш ҡаланың беренсел медицина тармағына быйыл ярты миллиард һум аҡса бүленгән, сумма биналарҙы ремонтларға ярҙам. Әммә заманса обьекттарҙа эшләүсе, йәки эшләргә теләмәгән табиптарҙың юҡлығы ғына бәкәлгә һуға. Был мәсьәлә, тәү сиратта, райондарға хас күренеш. Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау министрлығына ошо өлкәлә һорауҙарҙың нисек хәл ителеүенә тулы яуапты 2 аҙнанан бирергә бойора. Башҡортостан өс ай эсендә 2 миллиард 962 миллион 800 мең һум аҡсаһын тотонорға тейеш. Был сумма балаларҙың йәйге ялын ойоштороу өсөн тәғәйенләнә. Фән һәм мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, бөгөнгә уҡыусыларға ҡала янындағы үҙәктәрҙә ял итеүҙең бер көнө 1 мең 200 һумға төшә. Шуныһы ҡыҙғаныс, хәҙер кешбек программаһы ғына юҡ. Каникулда барҙың да, ял итеп кенә ҡайттың түгел. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров балаларҙы патриотик яҡтан тәрбиәләүгә иғтибарҙы арттырыу кәрәклеген билдәләй. Тағы бер яңылыҡ, тиҙҙән Ҡыйғы һәм Стәрлебаштағы ял лагерҙары “Патриот” паркы филиалдары итеп үҙгәртелә. Дүшәмбе кәңәшмәһендә Башҡортостан биләмәһендә эшләгән һәм республиканың стратегик партнерҙары исемлегендә булған ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты. Мәҫәлән, Куйбышев тимер юлдары. Компания яңы рейстар аса, ҡала-яны маршруттарға заманса составтар сығара. Ә Стәрлетамаҡтағы икмәк комбинаты иһә республика тәҡдим иткән программаларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан мәғариф системаһындағы һәр үҙгәрештәрҙе иғтибар үҙәгенә ала. Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау менән бергә, балаларҙы туҡландырыу. Һуңғыһына килгәндә, уҡыусыларға сифатһыҙ ризыҡ биргән етәкселәрҙе яуаплыҡҡа тарттырыуҙары ла бар. Башҡортостан халҡын борсоған мәсьәлә былар ғына түгел. Мәҫәлән юлдар, ҡар иреү менән уларҙағы соҡорҙар күҙгә төшкән сүп һымаҡ буласаҡ. Асфальт ҡатламын тәртипкә килтереү әлегә төп маҡсаттарҙың береһе булып ҡала.