Торлаҡ төҙөү арта

Торлаҡ төҙөү арта

Быйыл тәүге ике айҙа ғына Башҡортостанда 557 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 21 процентҡа күберәк. Ошо хаҡта республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынын хәбәр иттеләр. Ғинуар-февралдә 3 мең фатир сафҡа индерелгән. Халыҡтың үҙ иҫәбенә һәм кредиттар ярҙамында төҙөгән торлаҡ өлөшө 83 процент. Улар 4 мең 110 шәхси йорт һалған. Башҡортостан торлаҡты сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округында — икенсе, Рәсәйҙә 11-се урынды биләй. Былтыр Башҡортостанда 3 миллион 300 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгәйне.