Йыл һайын меңәрләгән кеше һаулыҡ торошон тикшереү өсөн бушлай диспансеризация үтә. Башҡортостанда быйылдан репродуктив һаулығыңды тикшерергә лә мөмкин. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова сюжетын ҡарағыҙ. Диана Вәлиева йыл да ғаиләһе менән диспансеризация үтә. Быйыл да ул поликлиникаға һаулығын тикшертергә килгән. Диспансеризация ваҡытында һәр кем һаулығын тикшертә ала. Ул бушлай. Быйылдан Рәсәй Президентының Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнәмәһе нигеҙендә әсәлекте, балалар һәм үҫмерҙәрҙең һаулығын, шул иҫәптән репродуктив һаулыҡты һаҡлау буйынса яңы комплекслы программаны башларға тәҡдим иткәйне.Ауырлы йәки яҡын арала әсә булырға теләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың, бала табыуға һәм бала тапҡандан һуң һаулығына кире йоғонто яһаған ауырыуҙарын, шулай уҡ уларҙың үҫешенә хәүеф килтергән факторҙарҙы асыҡлау маҡсатында, быйылдан диспансеризация программаһы киңәйтелде.Өлкәндәрҙең йыл һайын диспансеризациялау һәм репродуктив һаулығын тикшереүҙән тыш, 2024 йылда COVID-19 менән ауырыу эҙемтәләрен асыҡлау өсөн тәрән диспансеризациялау ҡарала. Башҡортостанда быйыл ике миллионға яҡын кешенең һаулығы тикшереләсәк.18 йәштән 39 йәшкә тиклем өс йылға бер тапҡыр, ә 40 йәштән йыл һайын диспансеризация үтергә кәңәш ителә.
Һаулығыңды тикшерт
Һаулығыңды тикшерт