Был аҙнала Өфөлә Рудольф Нуриев ис. 24-се халыҡ-ара балет фестивале барҙы. Гала-концерт сәхнәлә донъя кимәлендәге йондоҙҙар – Ҙур, Мариин, Михайлов, Кремлев балеты театрҙары артистарын һәм башҡа талантлы бейеүселәрҙе йыйҙы. Талантына табыныусылар Рудольф Нуриевтың барельефына сәскәләр һала. Инде 24-се тапҡыр фестиваль шулай башлана.
Гала концертҡа тиклем һанаулы сәғәттәр ҡалған. Генераль репетицияла көсөргәнеш иң юғары кимәлдә. Фестивалдең художество етәксеһе Леонора Ҡыуатова һуңғы минуттарҙа артистар составын үҙгәртергә ҡарар итә. Тамашасылар өсөн үҙгәрештәр һиҙелмәй. Танылған спектакллдәрҙән иң сағыу күренештәр менән Уның исеме Рудольф Нуриев тип аталған гала концерт асыла. Был Баядерка балетынан Солор һәм Гамзатти. Сәхнәлә Мария Буланова һәм Рөстәм Исхаков. Уларҙың бейеүенә ҡарап пар бер тапҡыр ғына булған репетиция менән сығыш яһарға сыҡҡан тимәҫһең. Нуриев фестивален Сыңрау торнаһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Сыңрау торнаны күреп бәләкәй Рудольф балетҡа ғашиҡ була һәм киләсәктә донъя сәхнәләрендә рус классик балетын данлай. Уны иң талымһыҙ артист булараҡ та юғар баһалайҙар. Бер аҙна эсендә ете спекталь менән сығыш яһай ул. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә Өфө уның тыуған йорто булып ҡала. Ә башҡорт театры сәхнәһе – яҡташыбыҙҙың донъя ҡаҙаныштарына табан тәүге аҙымдар эшләгән урыны.Быйылғы фестиваль афишаһында ике сағыу гала концерт, Сыңрау торна, «Дон Кихот», «Сильфида» һәм «Аҡҡош күле» классик балеттары. Ҡасандыр был спектаклдәр талантлы бейеүсене легендаға әүрелдерә. Ә бөгөн замандаштарыбыҙ бөйөк балет артисы – Рудольф Нуриевҡа дан йырлай.