30 март коллектив йәш тамашасылар һәм уларҙың ата-әсәләренә «Винни Пух» әкиәтен тәҡдим итә. Был яңыртылған театрҙа тулыһынса әҙерләнгән тәүге тамаша. Әлеге көнгә ҡурсаҡтар тегеләеп бәткән, актерҙар персонаждарына яраҡлы тауыш эҙләй. Музыкаль биҙәлеш һәм башҡа мөһим эштәр йомғаҡлау этабында. Спектаклгә әҙерлек барышын хәбәрсебеҙ Сәлимә Исламова ла күҙәтте. Винни Пух һәм башҡалар әкиәте яңыртылған ҡурсаҡ театрының бөтә техник мөмкинлектәрен ҡулланып әҙерләнгән тәүге тамаша. Әлеге мәлдә оҫталар ҡурсаҡтарҙы тегеп бөткән. Ижади төркөм персонаждарға йән өрә, композитор ҙа музыкаль яҡтан биҙәлеште ғәмәлдә һынай.Был әкиәт беҙҙең күңелдәрҙә күптән бөрөләнгән ине, ти пьеса авторы Диана Гәрәева. Винни Пух әкиәте бер- нисә быуын баларҙың яратып ҡараған йәнһүрәте. Билдәле әҫәрҙе ҡуйыуҙың ҡатмарлылығы ла шунда , ти ҡурсаҡ йөрөтөүселәр. Ҡабатланырға ярамай, әммә һинең геройың тамашасы күңелендә уҙ урынын яуларға тейеш. Спектакль әлегә репетиция залынан сәхнәгә күсмәгән. Әммә беҙҙең ижади төркөм персонаждарға ғашиҡ булырға өлгөрҙә. Сәнхнә арты серҙәрен дә асыҡланыҡ. Ҡурсаҡ йөрөтөүселәрҙең генә түгел ҡурсаҡтарҙың да бер –нисә дублеры була икән. Әйткәндәй, Винни Пухтың дублерҙары өсәү. Төп герой нисек тиҙ генә, йә бынан йә теге килеп сыға икән тип хәҙер аптырайһы түгел. Ҡурсаҡтарҙы тауышландырыу һәр береһенең һөйләшеү тембрын табыу ҙа еңел түгел ти, сәхнәлә 40-лаған роль уйнаған Татьяна Кузменко. Башҡа ҡурсаҡтарҙан айырмалы Өкө спектаклдә берәү генә. Ә ҡурсаҡ йөрөтөүселәр икәү. Шулай бер-төрлө әммә береһе береһенә оҡшамаған персонаждар килеп сыға. Винни Пух тамашаһының режиссеры Виктория Щербакова, рәссамы Андрей Волков, композиторы Вячеслав Савватеев. Спектаклдең премьераһы 30 мартҡа тәғәйенләнгән. Балаларҙы ҡурсаҡ театрына алып барырға теләгән ата-әсәләргә билеттарҙы алдан хәстәрләү зарур.
Өфөнөң ҡурсаҡ театрында премьера көтөлә
Өфөнөң ҡурсаҡ театрында премьера көтөлә