2025 йылға тиклем Башҡортостанда мохтаждарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителергә тейеш. Был турала бөгөн Республика хөкүмәтендә үткән ултырышта Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
Әле төбәктә 90 меңгә яҡын ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора. Йыл һайын шуларҙың 3-4 проценты ғына дәүләт ярҙамын ала. Мәсьәләне 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән программа ярҙамында хәл итеү күҙаллана. Республика башлығы ҡушыуы буйынса әҙерләнгән программаға ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләргә фатир йә йорт алыу өсөн бер-нисә механизм тәҡдим ителә – ул социаль ипотека, йәғни кисектереп түләү, шулай уҡ башта ҡуртымға алып йәшәп артабан һатып алыу һәм социаль ҡуртым. Бының өсөн муниципалитеттар төҙөлөшкә ер әҙерләргә тейеш. Бындай торлаҡтың квадрат метры 40 меңдән дә артмаҫҡа тейеш.
Мохтаждарҙы тәьмин итеү өсөн 4 миллион ярым квадрат метр торлаҡ талап ителә. Хәл айырыуса ҙур ҡалаларҙа киҫкен. Яңы программа йорттарҙы ҡаланан алыҫ булмаған биләмәләрҙә төҙөүҙе күҙаллай. Тиҙҙән Өфө тирәһендә лә яңы биҫтә барлыҡҡа киләсәк.