Рәсәй Президенты Владимир Путин пенсионерҙарға биш мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы федераль законға ҡул ҡуйҙы.
Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, аҡса 2017 йылдың ғинуар айында түләнәсәк. Ул пенсия эшендә булған документтар нигеҙендә тормошҡа ашырыла.