Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мосулдың террорсыларҙан азат ителгән райондарына гуманитар ярҙам килтерелгән. Йөҙләгән кеше бер-береһенән аҙыҡ-түлек тултырылған ҡаптарҙы тартып алып тәртипһеҙлектәр ойошторған.

Сүриә мәктәптәрендә уҡыусы балалар террорсыларға хат яҙған. Үҙ хаттарында улар һуғышта һәләк булған яҡындары һәм туғандары тураһында бәйән иткән. Һәр 6 мең хат һуғышты туҡтатыу талабы менән тамамлана.

Флорида күгендә билдәһеҙ осоусы объект күргәндәр. Һуңынан интернет селтәрендә автомобилгә ҡуйылған видеотеркәүес төшөргөн кадрҙар барлыҡҡа килгән. Белгестәр фаразлауынса, был объекттың метеор булыуы ихтимал.

Рәсәйҙә автомобилдәргә яңы номерҙар ҡуйыласаҡ. Дәүләт теркәү билдәләре ошо эскиздар нигеҙендә эшләнәсәк. Руле уң яҡта булған машиналар өсөн айырым, Японияла һәм Америкала эшләнгән машиналар өсөн айырым, мотоциклдар өсөн айырым номерҙар ҡаралған. Яңы стандарт 2018 йылда раҫланыр, тип көтөлә