Инвестор ярҙамы

Инвестор ярҙамы

Өфөлә “Агрокомплекс -2024” халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә Саҡмағош районында “Сәрмәсән” ҡошсолоҡ фабрикаһының яңы етештереү корпусы эш башланы. Бөлгөнлөккә төшкән предприятиены былтыр инвестор ярҙамында тергеҙеүгә өлгәшелде. 1976-сы йылда ойошторолған фабрикала йыл һайын 7 миллион тонна йомортҡа етештерелгән. 2017-се йылда ул бөлгөнлөккә төшөү сәбәпле эшен туҡтатырға мәжбүр була. Предприятиены тергеҙеү тураһындағы инвестиция проекты “Инвестиция сәғәтендә” ҡаралып өҫтөнлөклө статусын алғайны. Предприятиела яңы 70 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Ҡош ите етештереү ҙә бермә-бер артыр, тип көтөлә. Бүздәк районында шулай уҡ, күргәҙмә сиктәрендә, “Авилат” агрокомплексы булышлығында тағы ла бер агрокласс асылды. Республиканың 39 районында ошондай 126 класс бар. Республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә агросәнәғәт комплексы ҡаҙаныштары менән Өфө-Экспо-ла танышырға мөмкин тип яҙып сыҡты.