27-29 мартта республикала дала һәм тау йылғаларында әүҙем ҡар иреүе көтөлә. Синоптиктар һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе ихтимал, тип иҫкәртә. Республика тораҡ пункттарының түбәнәйгән участкаларын һыу баҫыуы ихтимал. Республикала әле боҙ шартлатыу, бысыу һәм ҡарайтыу эштәре бара. Синоптиктар фаразы буйынса быйыл ташҡын күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ буласаҡ.
Көслө ташҡын көтөлә
Көслө ташҡын көтөлә