Ул 70 йылға яҡын капиталь ремонт күрмәгән. Торбалары серек, электр сымдары өҙөлгән, ҡыйығынан һыу аға. Урындағы халыҡ ялыуҙар менән торлаҡ коммуналь хужалығына хат ебәргән. Әммә мөрәжәғәт буйынса капиталь ремонт планға ла индерелмәгән. Бина Черниковка биҫтәһенең архитектур ансамбле, мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә индерелгән. Йорт хужалары менән Альбина Зәйнетдинова осрашты. Был йорт хужалары яҙҙың килеүенә бер ҙә шат түгел. Көндәр йылытыу менән Еңеү урамындағы 27 йорт ҡыйығынан һыу аға башлай.Әммә эш ҡар таҙартыуҙа ғына түгел. Йорт 70 йылға яҡын капиталь ремонт күрмәгән. Ул эстән дә, тыштан да ҡалтырап тора. Торбалар серек, улар бер ҡасан да алмаштырылмаған. Электр сымдары хәүеф тыуҙырып стеналарҙа саҡ эленеп тора. Подъезд да, фатир эстәре лә ташландыҡ хәлдә. Ремонт эшләүҙең фәтүәһе юҡ, обойҙар бер йылға ла сыҙамай, ти төшөнкөлөккә бирелгән йорт хужалары. Икенсе ҡатта йәшәгәндәрҙең һыуҙан хатта түбәләре ярыла башлаған, стеналары күгәргән. Бындай шарттарҙа үҫкән балалар бер туҡтауһыҙ ауырый, тип зарлана йортта йәшәүселәр.Йорт хужаларына комуналь хеҙмәттәр ҙә битараф. Һәр үтенес – стенаға борсаҡ һипкәндәй, иғтибарһыҙ ҡала, ти улар. Быға тиклем слесарҙар подвалда шартлаған торбаларҙы ремонтлар өсөн подъездға инер урында соҡор ҡаҙған, ул ете айҙан ашыу ҡапланмай ята. Ошо өҫтәл менән урындағы халыҡ соҡорҙо ҡаплап ҡуйған. Унда бер нисә ай элек йәш ярымлыҡ ҡыҙыҡай барып төшкән.Ҡыйыҡтағы тишек-тошоҡтар ҙа берәм-һәрәм шифер менән ҡаплана ла, шуның менән онотола, тип зарлана йортта йәшәүселәр. Улар торлаҡ коммуналь хужалығына мөрәжәғәт иткән. Әммә яуап ҡәнәғәтләндерерлек түгел. Капиталь ремонт был йортта яҡын арала көтөлмәй. Торлаҡ хужалығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был мәсьәлә киләһе йылдарға күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау республика программаһын тормошҡа ашырыу планын төҙөгәндә ҡараласаҡ. Шул уҡ ваҡытта торлаҡ-файҙаланыу идаралығы ошо йортто ремонтлау буйынса бер генә фатир хужаһының мөрәжәғәте тураһында әйтте. Нисек кенә булһа ла, ҡыйыҡҡа иғтибар итергә вәғәҙәләне улар. Ә бына торбалар һәм элект сымдары буйынса быға тиклем рәсми мөрәжәғәттәр булманы, тип белдерҙеләр. Капиталь ремонт талап ителгән йортта йәшәүселәр иһә үҙ маҡсаттарына ирешмәй, туҡтарға уйламай.
Өфөнөң Еңеү урамындағы 27-се йорт емерек хәлендә
Өфөнөң Еңеү урамындағы 27-се йорт емерек хәлендә