Сентябрь башында Өфө Дәүләт авиация техник университеты ҡарамағындағы авиация техникумы нигеҙендә «Авиатөҙөлөш тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге» барлыҡҡа киләсәк. Үҙенең киләсәген авиация сәнәғәте менән бәйләргә теләүселәр унда белемен камиллаштыра ала. Республикала был тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләү хаҡында Гөлфиә Мәҡсүтова дауам итә. Өфө Дәүләт авиация техникумы директоры Илмира Товышева авиатөҙөлөш тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Әлегә уның дизайн проекты ғына әҙер. Профессионалитет» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған быд үҙәктә тиҙҙән авиация тармағында эшләүселәр белемен камиллаштыра ала. Үҙәктә, «машиналар эшләү технологияһы», “авиация двигателдәре эшләү”, “электрон системалар һәм ҡоролмалар эшләү” һөнәрҙәре буйынса кадрҙар әҙерләнәсәк. Уның төп үҙенсәлеге шунда-студенттар эш биреүселәр менән килешеү төҙөй ала. Шулай уҡ техникум менән партнерлыҡ иткән предприятиялар, киләсәктә эш биреүсе ойошмалар, белем биреү программаларын әҙерләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша ала. Предприятиялар менән маҡсатлы килешеү төҙөү тәжрибәһе быға тиклем дә була һәм проект сиктәрендә тағы ла тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итеү ҡарала.«Авиатөҙөлөш тармағындағы кадрҙар әҙерләү үҙәге»ндә белемен камиллаштырған студенттарға өҫтәмә стипендия түләнәсәк. Студенттар әйтеүенсә, заманса оҫтаханалар булыуы уҡыуға иҫтибарҙы бермә-бер арттырасаҡ.Шулай ҙа авиация техникумында егеттәр генә түгел, ә ҡыҙҙар ҙа күп.Әлеге көндә ҡорамалдарҙың бер өлөшө сығарыла һәм оҙаҡламай күптән көтөлгән ремонт эштәре башлана.
Авиатөҙөлөш тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге
Авиатөҙөлөш тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге