“Динамо” физик культура- спорт йәмғиәте был юҫыҡта бер быуат уңышлы эшләй. Бөтә Рәсәй буйлап таралып, ул спорт селтәрен барлыҡҡа килтерә. Өфө Динамоһы асылыуға бер йылдан 100 йыл тула. “Динамо” башта профессиональ спортсыларҙың, именлек, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең физик һәм махсус әҙерлеген камиллаштырыу йәһәтенән ойошторола. Президиум һәм Совет ағзалары йыш ҡына осрашып, һөҙөмтәләр, маҡсаттар барлай. Был юлы улар яңы рәйес һайлау өсөн осрашты. Биш йыл йәмғиәтте Юрий Валентинович Серышев етәкләне. Берҙәм тауыш биреү менән киләһе биш йыллыҡҡа. Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы башлығы Игорь Кочнев тәғәйенләнде.
Спорт – илебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе
Спорт – илебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе