Башҡортостанда юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау башланды

Башҡортостанда юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау башланды

Тап ошо осорҙа республикала ҡар менән бергә асфальт та ирей. Был инде хәҙер водителдәр араһында лаҡапҡа әйләнгән һүҙҙәр. Соҡорҙарҙың көндәнүкөн артыуы, ысындап та, борсолоу тыуҙыра. Ошо сәбәпле авариялар һаны ла арта. Башҡалала соҡорло урамдарҙан хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева үтте.Лариса Исаева 8-се Март ҡасабаһында йәшәй. Уға көн һайын бер-нисә саҡырым юл үтергә тура килә. Юлдар торошо йылдан-йыл насарая ғына бара, ти ханым. Юл ремонтлаусыларҙың әле түшәп йөрөгән асфальты ла өс айға ғына етә, ти бында йәшәүселәр. Яҙ мәлендә авариялар һаны ла тап ошо соҡорҙар арҡаһында арта. Водителдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп уны урап үтергә мәжбүр.Водителдәр көн һайын тиерлек үҙҙәренең һәм пассажирҙарының ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Ирегән ҡар һыуҙары менән тулы соҡорҙар машинаға ғына түгел, кеше һаулығына ла зыян килтереүе бар.Яҙ етеү менән ҡар ғына түгел асфальт та ирей.... ә инде ул соҡорҙо бына ошондай күләүек тә ҡаплаһа уның тәрәнлеген белмәйенсә.......... тәгәрмәсте ҡалдырып китеү ҙә бар....Өфөлә хәрәкәт өсөн хәүефле соҡорҙар бихисап. Юлдарҙың был өлөштәрендә март уртаһынан махсус техника эшләй. Оҙайлы һәм ҡарлы ҡыштан һуң юлдарҙы тәртипкә килтереү буйынса эште тәүгеләрҙән баш ҡаланың Ленин, Дим райондары башланы.Райондың коммуналь хеҙмәттәре юлдарҙы ремонтлауҙы бер аҙна эсендә тамамларға планлаштыра. Иң мөһиме эштең тиҙлеге сифатта ғына сағылыш тапмаһын, ти урындағы халыҡ.