Тәүге дрифт

Тәүге дрифт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлының асылыуына бер аҙна ваҡыт үтте. Яңы юлда тәүге юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, хатта дрифтерҙар ҙа асфальттың сифатын тикшереп ҡараған. Яңы юл, әлбиттә, барыһы ла оҡшай. Тығындарҙан арыған водителдәргә айырыуса. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова репортажы.Был водителдәргә, күрәһең, юл тар. Улар киң юлды бүлешә алмай, авария ойоштороуҙан да һәйбәтерәк ысул тапмай.Ә был еңел машинаның хужаһы төнгө дрифт ойоштороп, дуҫтары алдында маҡтанырға булған. Водительдең тәртип боҙоуын дуҫтары ғына түгел, ә Көнсығыш сығыу юлының диспечерҙары ла камеранан күҙәтә. Берҙәм диспечер үҙәге — яңы объекттың йөрәге, унан юлдың торошо тәүлек әйләнәһенә күҙәтергә мөмкин. Әле көн һайын Көнсығыш сығыу юлынан 20 — 25 мең транспорт үтә. Әммә яңы юлдың ҡағиҙәләре менән барыһы ла таныш түгел.Объект тулыһынса автоматлаштырылған. Үҙәктә системаның тулы һәм аныҡ эшләүен тәүлек әйләнәһенә инженер күҙәтә. Ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән осраҡта махсус сигнал авария комиссарҙары хеҙмәтенә ебәрелә. Был хеҙмәт юлдағы хәүефһеҙлек өсөн яуаплы. Авария комиссарҙарын водителдәр үҙ аллы шылтыратып та саҡырта ала.Әгәр һеҙ юлда ғәҙәттән тыш хәлгә эләкһәгеҙ йондоҙ 2323 һанын йыйып диспечерға шылтырата алаһығыҙ, һәм һеҙгә авария комиссарҙары хеҙмәте машинаһы ебәрелә. Автомобиль тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәкле ҡорамалар менән йыһазландырылған. Ремонт өсөн инструменттар, янғын һүндереүсе, дарыу һауыттары, яғыулыҡ менән канистрҙар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырылған был автомобиль. Авария комиссарҙары хеҙмәтенең төп бурысы-ваҡиға урынына тәүгеләрҙән булып килеү, юл билдәһен ҡуйыу, водителдәрҙе хәүефһеҙлек өсөн күрше һыҙатҡа күсереү, водителдең хәлен асыҡлау. Дәүләт автомобиль инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тиҙ йөрөшлө юлда туҡтау ҡәтғи рәүештә тыйыла, тип иҫкәртә водителдәрҙе. Көнсығыш сығыу юлы- республиканың иң күләмле инфраструктур проекттарының береһе. Уның ярҙамында Өфөнән М-5 Урал трассаһына ни бары 15 минут эсендә барып етергә мөмкин. Юлдың дөйөм оҙонлоғо 14 километр. Яңы обьектың тәүге көндәрендә уның аша 116 меңдән ашыу автомобиль үткәне һәм юл япмаһының сифаты менән ҡәнәғәт ҡалған.1 апрелгә тиклем Көнсығыш сығыу юлы тест режимында эшләй һәм әлегә түләү алынмай.