Чемпиондар бында әҙерләнәсәк

Чемпиондар бында әҙерләнәсәк

Башҡалала фехтование үҙәген төҙөүҙең икенсе- биҙәү – буяу этабына күскәндәр. Бер юлы 450-ләп кешене хеҙмәтләндереүгә, шул иҫәптән 350 тамашасыға иҫәпләнгән спорт һарайында күнекмәләрҙән тыш, республика, төбәк-ара һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштар уҙғарыу күҙаллана. Рәмил Әйүпов исемен йөрөтәсәк үҙәк быйыл ҡулланыуға тапшырыласаҡ. Спорт йортон беҙҙең хәбәрселәр менән бергә олимпия чемпионы, рапирист Аделина Заһиҙуллина ла килеп күрҙе.Хәҙер инде төҙөлөп ятҡан объектҡа ҡарап, фехтование үҙәгенең киләсәктә ниндәй формала булырын төҫмөрләргә лә мөмкин. Төҙөүселәр монолит эштәрен тамамлаған. Бинаның алғы өлөшөнә стеклопакетты тотоп тора торған конструкциялар ҡуя. Ул үтә күренмәле быяланан буласаҡ, ти төҙөүсөлөр.Тышҡы эштәрҙе атҡарыуҙың иң ҡатмарлыһы, үҙәктең алғы өлөшөндәге ҡырын һалынған 300 тонналыҡ бетон ҡыйыҡ булды, ти төҙөүселәр. Архитектура яғынан ҡупшы күренһә лә, башҡарып өсөн ысын мәғәнәһендә көс һалырға тура килгән. Беҙ баҫып тоған урын –универсаль зал, тип атала. Бинаның ошо өлөшөндә генә әлегә ҡыйығы ҡапланмаған. Ә бинаның башҡа өлөшө ҡыйыҡ аҫтында. Ә быныһы фехтование буйынса тренировкалар залы. Бында ҡыйыҡтың металл конструкцияһын буяу эштәре бара. Ә медицина-тергеҙеү блогын әҙер тиергә мөмкин. Сағыштырмаса, бында төҙөүселәрҙең эше тамам. Биҙәү, буяу эштәре атҡарыу өсөн йылытыу пушкалары куйғандар. Фехтование спортының рапира төрө буйынса олимпия чемпионы, ике тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы Аделина Заһиҙуллина төҙөлөш барышын күҙәтеп бара. Ҡайҙа, нимә һәм ни өсөн унда урынлашҡанын спортсмендан белештек. Әйткәнәдәй, фехтование йортонда бер нисә сауна, хамам, купель, ҡаршы ағымлы бассейн да эшләйәсәк. Әммә улар беҙгә зиннәтләнеп ултырыу өсөн түгел, ти чемпион.Бинаны йылытыу өсөн эргәлә генә котельный урынлашҡан. Ул 99 процентҡа әҙер. Тимәк, тиҙҙән үҙәккә йыллылыҡ биреләсәк, ә был биҙәү эштәрен тулы ҡеүәттә алып барырға мәмкинлек бирә.Бер юлы 450-ләп кешене хеҙмәтләндереүгә, шул иҫәптән 350 тамашасыға иҫәпләнгән спорт йортон төҙөү әлегә графиктан алда бара. 4 мең кв.метр майҙанды тәшкилә иткән фехтование йорто башҡаланың 450 йыллығына арналған юбилей объекттарының береһе. 2023 йылдың февралендә төҙөлә башлаған объект быйыл көҙгә- 1сентябргә ҡулланыуға тапшырылыр тип көтөлә.