Өфө почта открыткаларында

Өфө почта открыткаларында

Башҡаланың археология һәм этнография музейы ошо көндәрҙә өр-яңы 2 китаптың исем туйын билдәләне. Әсбаптың береһе бай башҡорт археологияһына бағышлынған. Атап әйткәндә, 35 йыл элек сарматтарҙың алтын боландарын табыу тарихы һәм билдәле ғалим-археологтарҙың хәтирәләренә ҡоролған. Икенсеһе «19 быуат аҙағы – 20 быуат башында Өфө почта открыткаларында » тип атала. Китапта быуат ярым элек баҫтырылған открыткаларҙағы бай иллюстрацияларға таянып Башҡаланың һәм уның эргә-тирәһенең тарихын бәйән ителә. Билдәле яҡташтарыбыҙҙың рәсемдәренән тыш, уларҙың тос уй-фекерҙәре тупланған. Китапты Өфөнөң 450-йыллығына сығарылған бүләк-баҫма тип атарға мөмкин.