Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, елдең тиҙлеге секундына 17 метрға тиклем етеүе, төндә урыны менән көслө ямғыр яуыуы көтөлә. Дала һәм тау йылғаларында әүҙем ҡар иреүе көтөлә. Һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе ихтимал. Түбәндәрәк урынлашҡан биләмәләрҙе һыу баҫыуы мөмкин, тип иҫкәртә ҡотҡарыусылар.Республикала әле боҙ шартлатыу, бысыу һәм ҡарайтыу эштәре бара. Синоптиктар фаразы буйынса быйыл ташҡын күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ буласаҡ.
Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана
Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана