Башҡортостанда 10 апрель ял көнө тип иғлан ителә

Башҡортостанда 10 апрель ял көнө тип иғлан ителә

Был көндө мосолмандар изге Рамаҙан айының тамамланыуын — Ураҙа байрамын билдәләй. 9 апрелдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Илдә киләһе оҙайлы ял көндәре май айында көтөлә. 28-се апрелдән 1-се майға тиклем һәм 9-сы майҙан 12-һенә тиклем ял итергә мөмкин.