Ирегән ҡар һыуҙары менән йорттарҙы баҫыу осраҡтары ла йышая. Үткән тәүлектә 112-Системаһына ошо турала 11 мөрәжәғәт булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Кушнаренко районында Иҫке Ғүмәр ауылы янында Сәрмәсән, Юғары Биккужа ауылы янында Каряка йылғаһы, Түбәнге Сәит ауылы янында Сәрмәсән йылғаларының һиҙелерлек күтәрелеүе күҙәтелә. Баймаҡ, Хәйбулла, Миәкә, Шишмә райондарында ике юл өлөшләтә һыу аҫтында ҡалған. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, был аҙнала көндәрҙе ҡапыл йылытасаҡ.
Башҡортостанда айырым йылғалар күтәрелә башланы
Башҡортостанда айырым йылғалар күтәрелә башланы