Өфөнөң Кузнецов затонында республиканың иң ҙур мәктәбе төҙөлә

Өфөнөң Кузнецов затонында республиканың иң ҙур мәктәбе төҙөлә

Унда 2 мең 200 бала белем аласаҡ. Әлеге ваҡытта уҡыу йортоноң бинаһы күтәрелә, бүлектәрҙең береһендә ҡыйыҡ монтажлау эштәре бара. Төҙөлөш барышын беҙҙең ижади төркөм дә барып күрҙе. Альбина Зәйнетдинова дауам итә. Бына ошолай — кирбес артынан кирбес һалынып республикалағы иң ҙур мәктәп күтәрелә. Терәк бағаналарға айырыуса иғтибар. Уларға көс ныҡ төшәсәк, шуға эште ашыҡмай, еренә еткереп башғарыр кәрәк, ти төҙөүсе Нур Ғәлиәхмәтов.Өфөнөң Кузнецов затоны мәктәбенә үткән йылдың ғинуар айында нигеҙ һалынғайны. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бина тотош күтәрелеп килә. Дөйөм майҙаны – 36 мең квадрат метрҙан ашыу. Мәктәп өсөн тәғәйен биләмәлә элек һаҙлыҡ булған. Ерҙе 6 метрға күтәрергә тура килде, ти төҙөүселәр. Проектҡа ярашлы, мәктәп А хәрефен хәтерләтәсәк. Бинаның фасадтары тирә-яҡ төҙөлөш стилистикаһына торош итеп, төрлө төҫтәге панелдәр менән көпләнәсәк. Уҡыу кластарынан тыш, мәктәптә өс спорт һәм йыйылыштар залы, дизайн студияһы, фото-киностудия, нәшриәт үҙәге, робототехника һәм башҡа кабинеттар урын аласаҡ. Төҙөлөш объекттың бөтә блоктарында ла бер юлы алып барыла.Бинаның ошо секцияһында башланғыс синыф уҡыусылары уҡыясаҡ. Был бүлектең 4 ҡаты ла күтәрлгән ҡыйыҡ эштәре бара. Тотош мәктәптең тотош бинаһы иһә йәйгә тиклем тамамлау планлаштырыла. Мәктәп 2200 бала өсөн тәғәйен. Уны инфраструктура бюджет кредиттары аҡсаһын йәлеп итеп төҙөйҙәр. Төҙөлөштө 2025 йылдың йәйендә тамамлау планлаштырыла.