Өфөнөң ҡурсаҡ театрында ла премьера

Өфөнөң ҡурсаҡ театрында ла премьера

Коллектив репертуарында йәш тамашасылар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Винни Пух» әкиәте барлыҡҡа килде. Был яңыртылған театрҙа әҙерләнгән тәүге тамаша. Оҫтаханаларҙа дәррәү ҡурсаҡтар тегелде, актерҙар персонаждарына яраҡлы тауыштар эҙләне. Музыкаль биҙәлеш һәм башҡа мөһим эштәр башҡарылды. Премьераны хәбәрсебеҙ Сәлимә Исламова барып күрҙе.Бал ашарға яратҡан, йүнсел Винни Пух, ихлас күңелле, эскерҙең Пятачок һәм башҡалар. Башҡорт Дәүләт ҡурсаҡ театрында тәүге премьера. Алан Милана һәм Борис Заходерҙың Винни Пух әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль өҫтөндә ижади төркөм бер йыл элек эшләй башлаған. Залда алма төшөр урын да юҡ. Сабыйҙарҙың ғына түгел уларҙың ата-әсәләренең бала саҡтан яратҡан , күңелдәренә уйылған изге матур әкиәткә билеттар күптән һатылып бөткән ине.Сценарий авторҙары тамашасы өсөн сюрприз да әҙерләгән. Ул әкиәткә өҫтәлгән яңы герой. Тормошта үҙен эҙләүсе, балалыҡ иле нимә икәнен бөтөнләй онотҡан өлкән кеше.Сәхнәлә тамашасы ҡурсаҡтарҙы ғына күрә. Ә ҡурсаҡ йөрөтөүсе актерҙар ҡараңғылыҡта ҡала. Был эштең үҙенә күрә ҡатмарлыҡтары бар ти актерҙар.Тамашаның тағы бер яңылығы - ул антракт. Ҡурсаҡ театрында быға тиклем спектаклдәр бер өлөштән генә ҡуйыла ине. Хәҙер инде яңыртылған театрға килеүсе балаларҙы әкиәт һарайынан тиҙ генә айырыуы ҡатмарлы. Антракт ваҡытында йәш тамашасыларға бер береһе һәм фойелағы ҡурсаҡтар менән менән танышыу мөмкинлеге бар.Винни Пух тамашаһының режиссеры Виктория Щербакова, рәссамы Андрей Волков, композиторы Вячеслав Савватеев. Киләһе спектаклде 7 апрелдә күрергә мөмкин. Театрҙа барған элекке тамашалар ҙа яңы сәхнәләргә яраҡлаштырып бөтөлгән. Яңыртылған ҡурсаҡ театрына 3 ай дауамында 30 мең тамашасы килгән.