Легендар диктор иҫтәлегенә турнир

Легендар диктор иҫтәлегенә турнир

Бөгөн Өфөнөң Динамо стадионында матбуғат саралары араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса турнир ойошторола. Быйыл ярышта 6 команда сығыш яһар тип көтөлә. Был уйындарҙа беҙҙең телерадиокомпания вәкилдәре лә йыл һайын ҡатнашып, призлы урындар алып килә. Турнир иртән унынсы яртыла башлана.