Өфөлә Республика Эске эштәр министрлығы һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре Росгвардия менән берлектә сит ил граждандары күпләп эшләгән урындарҙы тикшерҙе.Рейдтар барышында Рәсәйгә миграция ҡануниәтен боҙоп килеүселәр эшләгән баҙарҙарҙа һәм сауҙа комплекстарында тикшереү үтте. Рәсәй биләмәһендә ғәмәлдәге ҡануниәт талаптарын боҙған 4 кеше асыҡланды. Уларға ҡарата административ протоколдар төҙөлдө. Материалдар судҡа ебәрелде, унда хоҡуҡ боҙоусыларҙы илдән сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителергә тейеш. Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһы гражданлығын алып та хәрби иҫәпкә баҫмаған 30-ҙан ашыу граждан асыҡланған. Артабан ҡарар ҡабул итеү өсөн был граждандар Өфө ҡалаһының хәрби комиссариаттарына алып килгәндәр.
Мигранттарҙы тикшереү башланды
Мигранттарҙы тикшереү башланды