Был турала республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич белдерҙе. Егеттәр хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итмәйәсәк. Әммә заманса техниканы үҙләштереп хәрби белем аласаҡ. Хәбәр итеүебеҙсә, беренсе ғинуарҙан хәрби хеҙмәткә саҡырыу 30 йәшкә тиклем оҙайтылды. Үткән аҙнала республика башлығы Радий Хәбиров хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының составы тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны
Яҙғы саҡырылышта Башҡортостандан 5 мең 500 егет Ҡораллы көстәргә алынасаҡ
Яҙғы саҡырылышта Башҡортостандан 5 мең 500 егет Ҡораллы көстәргә алынасаҡ