Махсус хеҙмәттәр Өфөлә 30-сы мартта юғалған ике үҫмерҙе эҙләй

Махсус хеҙмәттәр Өфөлә 30-сы мартта юғалған ике үҫмерҙе эҙләй

Тәфтиш комитеты ошо ваҡиға буйынса айырым эш ҡуҙғатты. Ағиҙел йылғаһы ярында ҡотҡарыусылар юғалған бер үҫмерҙең итеген тапҡан. Хәҙер тап ошо тирәлә водолаздар һыу аҫтын тикшерәсәк. Ҡотҡарыусылар алып барған саралар тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин. Тап ошонда, Ағиҙел йылғаһы ярында 13 йәшлек Павел Паличёв менән 14 йәштәге Дамир Әҙеһәмовтың рюкзактары табылғайны. Водолаздар һыу аҫтында 6 мең квадрат метр майҙанды тикшерһә лә, һөҙөмтә юҡ. Үҫмерҙәрҙе хәҙер урманда эсендә эҙләйҙәр. Малайҙарҙың ҡайҙа икәндеге тураһында дүртенсе тәүлек теүәл мәғлүмәт юҡ. Ирекмәндәр, махсус өйрәтелгән эттәр, ҡотҡарыу хеҙмәттәре урмандарҙан тыш, йылға буйын ентекле тикшерә. Яр буйын ҡарауҙа айырым судно ҡуланыла. Биләмәне күҙәтеү өсөн квадракоптер йәлеп ителгән. Өфөләге 40-сы мәктәптәге махсус оператив штаб полиция, ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр эшен көйләй. Балалар эҙләүгә 250 кеше йәлеп ителгән, әммә һөҙөмтә юҡ. Хәбәрһеҙ юғалған балаларҙы эҙләшергә теләк белдереүселәр арта. Әгәр ҙә үҫмерҙәр тураһында мәғлүмәт бар икән, тиҙ арала яҡындағы полиция идаралығына мөрәжәғәт итеү кәрәк.