450 йыллыҡҡа ҙур объект

450 йыллыҡҡа ҙур объект

Башҡортостанда фехтование үҙәге Өфөнөң 450 йыллығына төҙөләсәк иң ҙур объекттарҙың береһе буласаҡ. Был турала үҙенең телеграм-каналында республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Заманса спорт объекты “Рәсәй-спорт дәүләте” халыҡ-ара форумы уңайынан быйыл көҙ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Әле фехтование үҙәген төҙөүҙең икенсе- биҙәү – буяу этабына күскәндәр. Бер юлы 450-ләп кешене хеҙмәтләндереүгә, шул иҫәптән 350 тамашасыға иҫәпләнгән спорт һарайында күнекмәләрҙән тыш, республика, төбәк-ара һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштар уҙғарыу күҙаллана. Үҙәк Рәмил Әйүпов исемен йөрөтәсәк. Бинаның алғы өлөшөнә стеклопакетты тотоп тора торған конструкциялар ҡуйыла. Ул үтә күренмәле быяланан буласаҡ. Бинаны йылытыу өсөн эргәлә генә ҡаҙанлыҡ урынлашҡан. Ул 99 процентҡа әҙер. Тимәк, тиҙҙән үҙәккә йыллылыҡ биреләсәк, ә был биҙәү эштәрен тулы ҡеүәттә алып барырға мөмкинлек бирә.