Красноусол шифаханаһында дауаланыусылар легендар дикторҙар Нәилә Ғәләүетдинова һәм Флүрә Мурзина менән осрашты. Һөйләшеүгә ял итеүселәр генә түгел, Красноусол шифаханаһында йәшәүселәр ҙә килгәйне. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта. Башҡортостан халҡын әллә нисәмә йылдар буйына үҙҙәренең һоҡланғыс тауыштары менән шатландырыусы, һуңғы хәбәрҙәрҙе беренсе булып еткереүсе легендар дикторҙар Нәилә Ғизетдин ҡыҙы Ғәләүетдинова һәм Флүрә Ишбулат ҡыҙы Мурзинаға Красноусол шифаханаһының тамашалар залына йыйылған бер төркөм дауаланыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә, фекерҙәрен еткерә алды. Танылған дикторҙар һорауҙарға ғына яуап биреп ҡалманы, ә тауыш ҡуйыу, дөрөҫ тын алыу серҙәре менән дә уртаҡлашты, тамашасыларға шиғыр һөйләп тә ҡыуандырҙы.Шифаханаға ял итергә килмәһәк республиканың билдәле шәхестәре менән осрашыу бәхете теймәҫ ине, көтөлмәгән шатлыҡ булды, ти дауаланыусылар. Ошондай осрашыуҙарҙы йышыраҡ уҙғарырға, телевизор ҡараусы, радио тыңлаусылар теләктәрен әйтә, һорауҙарын бирә алды, ти дикторҙар.Тәбиғәтенең матурлығы, персоналдың әҙәплелеге һәм табиптар һайлаған процедураларҙың килешкәне өсөн ҡабат ҡабат Красноусол шифаханаһын һайлайбыҙ, ти Шәүрә Һатлыҡова.Курорттың төп байлығы дүрт төр минераль һыу.Ашҡаҙан ауырыуҙарын, һөйәк-мускулдар, матдәләр алмашыныуы, нервы, тын юлы системаһы, гинекология, урология, тире сирҙәрен дауалау өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған бында.Ғафури районының тауҙар ҡуйынына һыйынып ҡына ултырған “Красноусол” шифаханаһына яңы һулыш инә. 100 йыллығын ҡаршылау алдынан корпустар реконструкциялана, яңы медицина ҡорамалдары алына, белгестәрҙе эшкә йәлеп итеү буйынса ҙур эш башҡарыла.Дауаланыусылар-ял итеүселәр өсөн төҙөкләндерелгән 10 корпус тәҡдим ителә, уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле архитектура һәм дизайны менән айырылып тора. Йәшәү өсөн уңайлылыҡ кимәле ял итеүселәргә һайлау мөмкинлеге бирә: стандарт, ярымлюкс һәм люкс категориялы номерҙар, хатта айырым коттедж да бар.
Дикторҙар менән осрашыу
Дикторҙар менән осрашыу