Бөгөн Башҡорт дәүләт академия опера һм балет театрында Әмир Абдразаҡовтың һынылмаҫ рухы исеме аҫтында концерт үтә. Ул легендар режиссерҙың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала. Әмир Абдразаҡов барыһының да хәтерендә күп яҡлап талантлы шәхес булып һаҡлана. Ул үҙен оҫта актер, режиссер, сценарийҙар авторы, педагог итеп таныта. Матур йырлай ҙа ул, музыка ҡоралдарында уйнай. Башҡорт телевидениеһының башланғысында ла уның исеме бар. Уның башҡорттарҙың мәҙәниәтен сағылдырған художество фильмдары, фильм-концерттары, экранлаштырылған милли әҙәбиәт өлгөләре – 50-ләп эше телевидениеның алтын фондын тәшкил итә. Әмир Абдразаҡов Башҡортостан киностудияһына нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге директоры. Ул шулай уҡ өлгөлө атайҙарҙың береһе. Улдары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар донъя кимәлендәге сәхнәләрҙә балҡыған йырсылар. Ағалы ҡустылы опера артистары атайҙарына арнап үткәрелгән кисәлә сығыш яһарға әҙерләнә. Сарала Роберт Юлдашев, Азат Биксурин, Иҙрис Ғәзиев, Диләрә Иҙрисова, Әлим Ҡәйүмов, Регина Кәбирова, балалар хор студияһы, театрҙың балет труппаһы һәм симфоник оркестры ҡатнаша. Концерттың режиссеры – Ләйсән Сәфәрғолова.
Һынмаҫ рух
Һынмаҫ рух